

Балаһына әйтер һүҙҙәрен.
Ең остары менән һөртә-һөртә,
Йәштән томаланған күҙҙәрен.
Балаҡайым! Ғәзиз балам минең!
Һөйөп кенә һине үҫтерҙем.
Бала саҡта алып ҡулдарыма,
Өф итеп, һөйөп иркәләнем.
Көйәләндем һин илаған саҡта,
Әгәр көлһәң, мин дә шатландым.
Атлап киткән саҡта, йығылма, тип
Ҡанатымды ҡуйып һаҡланым.
Хәҙер инде үҙең үҫтерәһең,
Татлы емешеңде — балаңды.
Баҫалыр шул донъя мәшәҡәте,
Онотаһың ҡай саҡ әсәйеңде.
Көткән инем, бәлки ҡайтырһың, тип,
Мейестә бәлеш бешереп.
Һин яратҡан икмәгеңде һалдым,
Өлгөрҙө инде күпереп.
Самауырға һалырға, тип йыйҙым
Мейестә ҡалған ҡыҙыл күмерҙе.
Һин ҡайтыуға матур торһон, тип,
Йыйыштырып сыҡтым өйөмдө.
Мунса яғырбыҙ, тип һыу ташыным,
Утын индереп ҡуйҙым, әҙерләп.
Ҡайткас, кейерһең, тип күлмәгеңде
Һандығымдан алдым ҡәҙерләп.
Эшең күптер, балам, ҡайта(а)лманың,
Бушҡа көтөп үтте был ял да.
Ҡайтһаң ине йышыраҡ, мейес яғып,
Өй йылытҡан әсәң булғанда.
Килер бер көн, өйөм бушап ҡалыр,
Тәҙрәмдең һүнер уттары.
Ишек алдын ҡарҙар күмеп китер,
Таба алмаҫһың инер юлдарҙы.
Үпкә тотма, балам, йәшәгәндә
Төрлө саҡтарыбыҙ булғандыр.
Тыңламаған саҡта асыуланһам,
Күҙең йәштәр менән тулғандыр.
Ваҡытымды әҙерәк бүлгәнмендер,
Ултырырға һөйөп-иркәләп.
Кәрәк булған да бит, донъя эшен
Ҡуйып тороп бер аҙ ситкәрәк.
Иҫеңдә тот, балам, әсә өсөн
Бала — бауыр ите, тигәнде.
Әсә өсөн баланан да ғәзиз
Ерҙә бер кем дә юҡ икәнде.
Әйтер һүҙен шулай хатҡа яҙып,
Һалды әсә һандыҡ төбөнә...
Һис уйламаны яңғыҙ тороп
Ҡалыуҙарын ҡартлыҡ көнөндә.
Бер-бер артлы ялдар үтә торҙо,
Көттө әсә көнөн, төнөн дә...
Уның һуңғы хатын уҡынылар,
Йыйылышҡас ҡырҡ көнөндә.
Гүзәл ҒӘЛИМОВА.
«Буа кызлары» төркөмө.
Фото: Доғалы йорт.