+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
12 Август 2025, 15:50

Яуа ямғыр

Рәми ҒАРИПОВ Шыбыр-шыбыр.Яуа ямғыр.

Яуа ямғырЯуа ямғыр
Яуа ямғыр

Ҡоя ямғыр күнәкләп
Күк күкрәй,
Ер тетрәй,
Хәс йәшенде үсекләп.
Тик талпынып,
Ҡанатланып,
Яна ярҙа усағың.
Ҡайнай сәйнүк,
Сәйгә — әйҙүк,
Етте сәй эсер сағың.
Ямғырҙа ла
Яңғыҙҙа ла
Бойоғорға ярамай.
Өҫтәлер көс,
Сәйеңде эс,
Бер нигә лә ҡарамай!..
Ямғыр үтер,
Ҡояш өтөр,
Йәйғор дуғаһын тағыр.
Уға ҡунып,
Шөңгөр булып,
Һабантурғай йырлар йыр!..

Фото: "Һаҡмар" гәзите.

һүрәттә: Баймаҡ районы, Абдрахман ауылы. Ямғыр ҡоя ғына. Ауылды һыу баҫҡан.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас