+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
18 Август 2025, 13:35

Ҡартлыҡ менән шаярыу

Йүгерә-атлай донъя ҡыуам

Ҡартлыҡ менән шаярыуҠартлыҡ менән шаярыу
Ҡартлыҡ менән шаярыу

Ҡартлығым етә килә,
Мин әҙерәк туҡтап ҡалһам,
Ҡағыла ул иңемә.
Ә мин әйтәм: "Мешать итмә,
Эшем бик күп һинһеҙ ҙә,
Балаларым ҡайтып етә
Бөгөн киске һигеҙҙә".

Шулай тигәс, башын эйеп,
Ҡартлығым уйға ҡалды,
Ейәндәрем ҡайтып ингәс,
Ул бөтөнләй юғалды.

Улар ҡайтһа, ултырырға
Ваҡытым етмәй ҡала.
Тәмле бутҡа, туҡмаслы аш,
Майлы ҡоймаҡ - табала.

Ул арала ваҡ-төйәк эш -
Түгел һанап тораһы.
Нисә тапҡыр үтеләлер
Баҡса-һарай араһы.

Әллә ҡайҙа ҡалды ҡартлыҡ,
Йүгерәм йәш килендәй.
Ҡартлыҡ ҡысҡыра: "Шаярма!"
Алыҫтан йоҙорок төйнәй.

Ейәндәр китте. Бушаны,
Тынып ҡалды өй түре...
Арлы-бирле һуғылам мин:
Булмай никтер йүгереп?

Хәл дә бөтә, тын да етмәй,
Быуындар һыҙлап тора.
Ҡараһам, артымда ҡартлыҡ
Тешһеҙ ауыҙын йыра.

Ах, ҡәһәрең, ҡыуып еткән
Булманы инде ҡасып,
Бик шатланма, тиҙ бирешмәм
Торһаң да артта баҫып.

Фәнүзә ҒАБДУЛХАҠОВА.

Сығанаҡ һәм фото: "Минең турала..." төркөмө.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас