+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
23 Август 2025, 07:00

Ҡалайтһаң да үтә ғүмер

Ҡалайтһаң да үтә ғүмер,Һөйһәң дә, һөймәһәң дә,

Ҡалайтһаң да үтә ғүмерҠалайтһаң да үтә ғүмер
Ҡалайтһаң да үтә ғүмер

Быныһы-тегенеһе, тип,
Көйһәң дә, көймәһәң дә.

Әле генә кәләш-кейәү,
Әле генә хис тә кис...
Әле генә үткәндәрҙе
Хәтерләргә етмәй иҫ...

Әле генә... ҡалайтһаң да...
Эй, ваҡыт ағымдары!
...Ҡыҙғынамда минең ҡараш,
Тап шундай сағымдағы.

Ҡыҙғынамда минең ҡараш...
Яҙмыш үҙенсә булһын,
Ырыҫлы, бәхетле булһын,
Бала-сағаға тулһын.

Булһын, булһын, шулай булһын,
“Амин” тигән сағына,
Тура килһен фәрештәнең!
(Төкөрҙөм уң яғыма).

М. ҠАҺАРМАНОВА.

Фото: https://vk.com/beauty_blog19

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас