

Ҡыҙ балам
Ҡыҙғынамды сит яттарҙан
Ҡыҙғанам.
Мәрхәмәтле булсы, яҙмыш,
Ҡыҙыма
Йөрәгем бит балам өсөн
Һыҙыла.
Яндарында мин һәр ваҡыт
Булалмам.
Мохтаж саҡтарында иңем
Ҡуялмам..
Һәр әсәгә үҙ балаһы
Ҡәҙерле!
Ҡәҙерһеҙләмәһен бер үк
Хәләле!
Ҡатын-ҡыҙ бәхете бирһен
Хоҙайым!
Ятһам-торһам тик ошоно
Һорайым...
Сәфинә ӘХМӘТОВА.
Фото һәм сығанаҡ: "Минең турала" төркөмө.