

Өлгөрмәнем һине күреп тә,
Өлгөрмәнем йондоҙ-ромашкаңдан
Таҡыялар ғына үреп тә
Ҡыҫҡа ғына туҙғаҡ сәстәремә,
Йәй ғүмере ҡыҫҡа – ник шулай?
Йәйҙәй генә йүгереп үтер ғүмер,
Һине уйлап йөрәк эй, тулай.
Их, йәй, китә күрмә, үтенәмен!
Өлгөрмәнем һине ҡосоп та,
Ялан сәскәләрен йыялманым
Ялан аяҡ таңғы ысыҡта.
Төнгө усағым да яғылманы,
Йырланманы ярҙа йырҡайым.
Һиңә ҡарап, йәйем, уфтанам да,
Үткән ғүмеремде байҡайым.
Өлгөрәм тип, күпме тырышһам да,
Ашыҡһам да гелән һуңлайым...
Их, йәйкәйем, елеп кенә үттең,
Һин – йүгерек ғүмер, моғайын.
Айзилә МОРТАЕВА.
Сығанаҡ һәм фото: "Ҡатын - ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы".