+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
14 Сентябрь 2025, 08:00

Бала

Бар ғаләмгә аҡ нур өргән,

БалаБала
Бала

Бәхеттәрҙән гөлдәр үргән,
Донъя күрке бала икән.
Йөрәктәрҙе тетрәндергән,
Үҙәктәрҙе өҙөлдөргән,
Бәғер телгән бала икән.

Һыуҙарымдың тәме - балам,
Көндәремдең йәме - балам,
Йәшәүемдең ғәме - балам,
Намыҫымдың сәме - балам.

Күңелемде күккә сөйгән
Иң ҙур шатлыҡ һинән, балам.
Баш күтәрә алмаҫ ҡайғым,
Әрнеүҙәрем һинән, балам.

Эй, Хоҙайым, бер үк һаҡла баламды…


Фирүзә АБДУЛЛИНА.

 Фото һәм сығанаҡ: "Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!" төркөмө.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас