+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
18 Сентябрь 2025, 20:55

Һаулыҡтан да ҡиммәтерәк ни бар донъяла?

Эй, Аллаһым, ғүмер бирһәң,

Һаулыҡтан да ҡиммәтерәк ни бар донъяла?Һаулыҡтан да ҡиммәтерәк ни бар донъяла?
Һаулыҡтан да ҡиммәтерәк ни бар донъяла?

Һаулығын да бир!
Үҙ аяғымда йөрөүҙән
Яҙҙырмаһын сир!

Кеше көнлө булыуҙарҙан
Һаҡлай күр, Үҙең!
Түшәктә ятыусыларға
Бирһәңсе түҙем.

Балаларға, яҡындарға
Итмә ауыр йөк!
Ҡабул ит доғаларымды,
Раббым, һин - Бөйөк!

Һаулыҡтан да ҡиммәтерәк
Ни бар донъяла?
Һаулыҡ булмаһа, йәшәүҙең
Йәме юғала.

Кеше көнөндә йәшәүҙә
Ниндәй мәғәнә?
Ғүмер бирһәң, һаулыҡ та бир
Аллаһ Тәғәлә!!!

Сәфинә ӘХМӘТОВА-РАМАҘАНОВА.


Вера Фролова картинаһы.

Сығанаҡ: «АШҠАҘАР» - МОҢЛО РАДИО.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас