+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
18 Сентябрь 2025, 21:55

Изге йома көнө менән, дуҫтар!

Теләйем тороп иртә таңдан

Изге йома көнө менән, дуҫтар!Изге йома көнө менән, дуҫтар!
Изге йома көнө менән, дуҫтар!

Көнөм булһын уң һәм хәйерле!
Айырма һин һаулығымдан.
Тыуған бала булһын ғүмерле!

Булһын иманлы һәм аҡыллы,
Мөхәббәтле, изге юлдарҙа.
Йә, Раббым! Һаҡла насар һүҙҙән, күҙҙән.
Һаҡла уттан, һыуҙан.

Йә, Раббым! Бәрәкәтле тормош.
Хәләл ризыҡ бир! Иман юлдаш!
Үҫһен бала ата - инәле.
Һинең рәхмәтең дә - кәрәкле.

Йә, Раббым! Һин - хужа донъяға.
Яҡынайт беҙҙе лә үҙеңә.
Шөкөр итәм барына. Һаҡла,
Баламды, үҙемде, донъямды!

В. Ҡунаҡкилдина.

 Сығанаҡ һәм фото: "Минең турала".

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас