

Һөйөндөрөп, бер аҙ көйҙөрһә лә
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.
Бер-бер артлы һынау килгәндә лә,
Башты эймәй тура атлайыҡ.
Һәр кисергән әрнеү- ғазаптарҙан,
Яҙмыштарҙан риза булайыҡ.
Шөкөр, Хоҙай беҙгә ғүмер биргән,
Һаулыҡ биргән, шуны һаҡлайыҡ.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай, тиҙәр,
Булғанына риза булайыҡ.
Гөлшат Дәүләтшина.
Сығанаҡ һәм фото: "Минең турала..." төркөмө.