+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
26 Сентябрь 2025, 13:00

Баламдың балаһын

Һөйөп-һөйөп туя(а)лмайым,

Баламдың балаһынБаламдың балаһын
Баламдың балаһын

Баламдың балаһын.
Килә ҡосағыма алып,
Яндарында ҡалаһым.

Аллаһ бирсе сабыйыма,
Иманлы оҙон ғүмер.
Һаулыҡлы, аҡыллы булып,
Гел йөрөһөн югереп.

Һөйөп-һөйөп туя(а)лмайым,
Балдан татлы баламды.
Тупылдатып һөйөр өсөн,
Биргән микән Аллаһым.

Булһын инде бәләкәсем,
Аллаһтың тоғро ҡоло.
Тура юлдан тайпылмаһын,
Алдағы ғүмер юлы.

Фәниә СЫҢҒЫҘОВА (Мөхәмәтшина).

Фото һәм сығанаҡ: Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас