+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
3 Октябрь 2025, 09:00

"Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас Фәнис исемле изге балаға!.."

Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылындағы "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айһылыу ХӘЖИПОВА - республикабыҙҙың данын бөтә илгә, донъяға танытҡан, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, дошмандарының БТР танкын алып сыҡҡан батырыбыҙ Фәнис Хөсәйеновтың беренсе уҡытыусыһы. Уның ҡәҙерле уҡыусыһы иҫтәлегенә яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ:

"Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас Фәнис исемле изге балаға!..""Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас Фәнис исемле изге балаға!.."
"Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас Фәнис исемле изге балаға!.."

Бөгөнгөләй күҙ алдымда тора
Беренсе класҡа килеп ингәнең.
Кескенәнән шулай асыҡ йөҙлө булдың,
Осҡон сәсеп торҙо күҙҙәрең.

 

Кескенәнән шулай ҡыйыу булдың,
Бер ҡасан да юғалып ҡалманың.
Иптәштәрең ҡыйын хәлдә ҡалһа,
Ярҙам итеп һуҙҙың ҡулдарың.

 

Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас
Фәнис исемле изге балаға!
Күпме генә ғүмер йәшәп китте,
Оло дан ҡалдырып донъяға.

 

Раббым, доға ҡылып һорайым Һинән:
Сабырлыҡ бир әсәһенә!
Шундай ҡыйыу батыр үҫтергән ул
Ватанына, бөйөк иленә.

Сығанаҡ һәм фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

"Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас Фәнис исемле изге балаға!.."
"Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас Фәнис исемле изге балаға!.."
"Раббым, Аллаһым, ожмах ишеген ас Фәнис исемле изге балаға!.."
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас