+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
3 Октябрь 2025, 03:30

Йәшә генә, әсәй!

"Бирешмәйһең, әсәй, афарин", - тип,

Йәшә генә, әсәй!Йәшә генә, әсәй!
Йәшә генә, әсәй!

Хуплап-йөпләп торам. Шулай ҙа
Олоғаяһың шул, әсәкәйем...
Шуға, ахыры, йөрәк тулай ҙа,

Борсола ла тора. Бер туҡтауһыҙ
Ҡайтҡым килә һинең яныңа,
"Әсәй көтә мине, әсәй көтә!" –
Ошо уйым һеңгән аңыма.

...Тик әсәйем мине һәр саҡ көтә,
Тик ул мине уйлай, һағына,
Һалдат кеүек, ғүмерлеккә баҫҡан
Минең бәхетемдең һағына.

Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала,
Әсәйһеҙҙәр – етем һәр йәштә,
Бәлә-ҡазаларҙан ҡурсый беҙҙе
Әсәй тигән изге фәрештә.

Әсәй, һине гелән иҫтә тотам,
Янда булһаң – донъям түңәрәк!
Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,
Бәхет өсөн миңә һин кәрәк!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Сығанаҡ һәм һүрәт: "Ҡатын - ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" төркөмө.

Әйткәндәй, кем  һүрәттең авторын белә, зинһар, яҙығыҙ әле, дуҫтар!

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас