Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
11 Октябрь 2025, 19:00

Бар күңеле – мәктәп эшендә

Төн уртаһы – уның уты яна,

Бар күңеле – мәктәп эшендә
Бар күңеле – мәктәп эшендә

Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндә,
Донъяһының эше ятып тора,
Бар күңеле – мәктәп эшендә.

Өйгә комиссия килмәҫ әле!
Оят булмаһын тик эш өсөн,
Ул тырыша теш-тырнағы менән,
Бар йөрәген биреп, бар көсөн!

Артыҡ маҡтауҙарға өмөт итмәй –
Ул өйрәнгән ҡарар үтәргә,
Нисек кенә яҡшы эшләһә лә,
Күтәрмәҫтәр уны күктәргә.

Йөктө өҫтәп-өҫтәп тейәһәң дә,
Сабыр һөйрәр күндәм эш аты,
Ул күтәргән йөккә лайыҡ итеп
Түләмәҫтәр хатта эш хаҡы.

Кеше балаһына янып-көйә,
Үҙ балаһы үҫә үҙ аллы,
Ашарға ла ваҡыт тапмай ҡай саҡ,
Ләкин эшен эшләй – ул аңлы!

Мәғәнәһеҙ ҡағыҙ яҙа-яҙа,
Үҙ эшенә йәне атлыға,
Ләкин уның яҡты уй-хыялы
Инструкцияларға ҡаҡлыға.

Нисек кенә аяҡ салмаһындар,
Үҙ эшенә тоғро ул ҡала,
Йәшәү мәғәнәһе — балаларҙа,
Уның өсөн яҡын һәр бала.

Өйрәнгәнсә башты ғорур тотоп,
Сабыр йота сөсө-әсене,
Зарланырға уға рөхсәт итмәй
Уҡытыусы тигән исеме.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА коллажы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас