Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
11 Октябрь 2025, 22:05

Тыуған ерем

Һиндә тыуҙым, тәпәй баҫтым,

Тыуған ерем
Тыуған ерем

Ғәзиз тыуған еркәйем.

Һиндә йәшәү көсө таптым,

Минең тыуған илкәйем.

Гөлләмәле ялан-ҡырҙарың,

Күккә ашҡан бейек тауҙарың.

Балыҡҡа мул киң йылғаларың,

Ҡарағайлы ҡуйы урмандарың.

Һоҡландырғыс һинең тәбиғәтең

Киң күңелле һинең милләтең.

Тыуған ерем, ғәзиз төйәгем,

Һине һөйә минең йөрәгем.



Сабина САФИНА, VI синыф  уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

 

Фото: Зөһрә Хәкимова.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас