Бар булмышым - улар ҡулында.
Был бәхеттән Хоҙай мәхрүм итмәй,
Бүләк итте улын, ҡыҙын да.
Ризамын мин әсә булыуымдан,
Ҡылған эштәр, аштар - уларға.
Йөрәгемде устарымда тотам,
Сығып китһәм ситкә, ҡырҙарға.
Артығырак бәлки яратамдыр,
Һорауҙарым минең бихисап.
Ашаныңмы, эстең, хәлең нисек,
Һорауҙарым яуа ҡосаҡлап...
Аптырайҙар, ҡайсаҡ ҡолонсаҡтар,
Һәр бер һорау - минең һөйөүем.
Минең янда - ғәмһеҙ бала сағың
Бары шуның өсөн көйөүем, балам.
Римма САНЬЯРОВА.
Сығанаҡ: "Минең турала..." төркөмө.