Ҡыҫҡа хәҙер көндәр ҙә.
Һары япраҡтар ҡыштырлай
Көҙгө әсе елдәрҙә.
Томанһыҙ күк йәшкә тулған,
Буръяҡланған йылғалар.
Аҡ ҡайындар, үкһегәндәй,
Тәңкәләрен ҡоялар.
Баҫыу ҡара бәрхәт йәйгән,
Серем итә тын ғына.
Таңдар һарғылт сәкмән кейгән,
Тирә-яҡҡа моң ғына.
Алыҫҡа әйҙәп болоттар
Һалынышып торалар.
Баш осонда «тор-ройк» тип
Һаубуллаша торналар.
Сеү!.. Ни күрәм...
Аҡбуҙ атта
Елеп үтте йәш егет,
Һарғылт көҙ ҙә
Тап шул саҡта
Йәшәреп киткән кеүек.
Юҡ! Йәй йәме ташлап китмәй
Моңһоу ғүмер көҙөмдө.
Буҙ атта елгән егеттәй
Тоям һаман үҙемде.
Фото: Зиннур БОҪҠОНОВ.
Сығанаҡ: «АШҠАҘАР» - МОҢЛО РАДИО