Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
21 Октябрь 2025, 14:40

Ҡанаттарым булһа...

 - Ҡанаттарым булһа ине! - тиеп,

Ҡанаттарым булһа...
Ҡанаттарым булһа...

Хыялландым бала сағымда.
Алыҫ - алыҫтарға ҡоштар менән
Осоп китер инем ауылдан!

Эй, бала саҡ! Ҡанатһыҙ ҙа бына
Алыҫ - алыҫтарға осҡанмын...
Шул саҡтағы хыялымды өткән
Бәхет ҡошон күптән тотҡанмын...

Ә шулай ҙа һаман хыялланам,
Булһа ине, тиеп, ҡанатым.
Ҡайтып урар инем бала саҡҡа,
Хәтирәнән йөрәк ҡанатып...

Сәхрәләрҙә үткән бала сағым!
Ик - сик белмәҫ уйҙар - хыялдар!
Һеҙгә ҡайтҡы килә! Минең өсөн
Ҡала дәирәһе бигрәк тар!

Яҡыныраҡ миңә ауылымдың
Нурға сумған серле кистәре.
Кисерәһе ине тағы берҙе
Шул кистәрҙә тыуған хистәрҙе!

Ҡайтараһы ине күңелдәге
Сикһеҙ ышанысты үҙеңә.
Шикләнеүһеҙ алға ынтылышты,
Тура ҡарап яҙмыш күҙенә!

Шул саҡтағы ябай дуҫтарымды
Башҡа ерҙә таба алманым,
Ҡәҙерҙәрен тәүге саф хистәрҙең
Йылдар үткәс кенә аңланым.

Бер ҡайтаһы ине бала саҡҡа,
Һаҡмарыма, "Урта тал"ыма!
Йөрәгемә илһам ҡайтыр ине,
Дәртем ҡайтыр ине ҡаныма!

...Ҡанаттарым булһа ине, - тиеп
Хыялландым ғүмер буйына...

Сәкинә ТОТМАНОВА.

Сығанаҡ һәм фото: Сәкинә Тотманованың "Бәйләнештә" социаль селтәренән. 

Әйткәндәй, һүрәттең авторы яҙылмаған. Дуҫтар, бәлки һеҙ беләһегеҙҙер, яҙығыҙ тулы исемен. Әйҙәгеҙ, бергәләп эҙләйек авторын.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас