Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
25 Октябрь 2025, 19:00

Тормош һәр кешене һынап ҡарай

Тормош һәр кешене һынап ҡарай:

Тормош һәр кешене һынап ҡарай
Тормош һәр кешене һынап ҡарай

Кемде йәштә, кемде ҡартлыҡта,
Кемеһендер һынай ауырлыҡта,
Кемеһендер бәхет-шатлыҡта.

Кеше яҙмыштары төрлө - төрлө,
Уйлап китһәң, уйылып китерлек.
Өлгө алырҙайы күпме икән?
Ғибрәт алырлыҡтары ла етерлек.

Ҡәҙерләһәң әгәр үҙ-үҙеңде,
Ҡәҙерләһәң ҡәҙер белгәнде,
Тыуған ерең, илең, яҡындарың,
Һине генә өҙөлөп һөйгәнде,

Тормош бөтөнләйгә башҡалана,
Иңдәреңә ҡанат ҡуйыла,
Йәшәү һуты баҙлап йөрәктәрҙә
Күпкә еңелерәк тойола.

Тормош йәме тағы арта икән,
Аҙайғанда ғүмер үрҙәре,
Маңлай күҙе күрә алмағанды
Күрә башлай күңел күҙҙәре.

Бына шулай тормош көҙө килгәс,
Өйрәнәбеҙ уны һөйөргә,
Мал артынан ҡыумай, артыҡ йыймай,
"Шөкөрана Аллаһ", тиергә.

Гөлсөм ЗӘКИРОВА.

Сығанаҡ: Минең турала...

Фото: Зиннур БОҪҠОНОВ.

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас