Әсә кеше донъяла берәү,
Уйҙары уның тик балала.
Әйткән бит боронғолар ҙа:
“Ә бала күңеле далала".
Һуғыш бара...
Әсәй...
Әсә кеше нимә уйлай?
Әсә йөрәге минут һанай,
Көндәр һанай, күңел түҙмәй.
Бер кем дә уйламағанда
Күк йөҙөнән ҡара болот яуҙы.
Ҡайғы-хәсрәттәргә батырып,
Ташланылар утҡа уландарҙы.
Һуғыш бара... "Атакаға!
Алға!” – тигән тауыш ишетелде.
Ҡаҙылған канау буйлап
Егеттәребеҙ тороп йүгерҙе.
Әсә доғалары унда
Һаҡлаһын уландарҙы,
Туҡтатһын ине улар
Ҡораллы конфликттарҙы!
Фәриҙә ИСМӘҒИЛЕВА.
Баймаҡ районы, Сосновка ауылы.