Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
27 Ноябрь 2025, 14:55

Берәү ишек шаҡый...

Берәү ишек шаҡый... Һин кем тигәс,

Берәү ишек шаҡый...
Берәү ишек шаҡый...

Байлыҡ, тиеп миңә өндәште.
Байлыҡ - көнлөк... Ныҡлап төшөрөп ҡуйҙым
Ишектәге бикле келәне.

Юҡ, кертмәнем... Хәләл булмаған
Килешмәй ул һәр бер кешегә.
Дүрт аяҡта тәгәрәгән тормош
Уйламаҫтан бер көн кителә.

...Елҡапҡанан кемдер атлап уҙҙы,
Танып ҡалдым ап-аҡ эҙенән.
Бәхет, тиеп үҙен таныштырҙы
Күҙен алмай минең күҙемдән.

Үҙ һүҙемде әйттем... Бәхет бит ул
Таш аҫтында була, тәрәндә.
Булғанынан риза... Мин шуныһын
Һаҡлап йөрөтәм йөрәк тирәмдә.

Күп тапҡырҙар күңел ишектәрен
Шаҡып ҡараманы кем генә.
Ә бер көндө ишек тупһаһына
Һаулыҡ баҫты хәлем белергә.

Иң ҡәҙерле, яҡын ҡунаҡ итеп
Урын бирҙем түрҙән үҙенә.
Ҙур байлығым - һин ул, тигән инем,
Бәхет килде тәҙрә төбөмә.

Һаулыҡ — терәк... Шунан айырылмайыҡ,
Бөгөнгөһө беҙгә - иң ҡиммәт.
Ғүмер биргән атай-әсәйҙәргә
Тыуҙырғаны өсөн мең рәхмәт!

Динар ХӘЙРУЛЛИН.

Фото: З. ХӘКИМОВА. 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас