Һуҡмаҡтары, никтер, аймылыш.
Ҡышмы, һаман, килеп етә алмай,
Көҙмө, уҙып киткән яңылыш.
Әсе елдәр, уҙғынсы бисәләй,
Яҙмыштарын йөрөй болартып.
Миҙгелдәрҙе, кешеләрҙән күрмәк,
Ҡаңғыртыуы микән, былайтып.
Шыҡһыҙ көндә, йәнгә ышыҡ эҙләп,
Шырлығына индем урмандың.
Күңеле тулған көҙҙө шунда күрҙем...
Тойҙом ҡышҡа тоғро булғанын.
Йөрәгемде сыраҡ итеп яҡтым,
Асмандарға ашты яҡтыһы.
Күңелдәрҙә һүрелмәһен ине,
Көҙөн эҙләп, мотлаҡ, ап- ҡ ҡыштар
Килер, тигән өмөт сатҡыһы.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
Сығанаҡ һәм фото: Миләүшә Ҡыҙрасованың "Бәйләнештә" социаль селтәренән.