Нимә генә инде бер минут.
Ә уйлаһаң, ошо бер минутта
Кеше бар донъяла, кеше – юҡ...
...Бер минутлыҡ осрашыуҙар була,
Күҙгә-күҙ ҡараша бер минут.
Шул минутта ҡабынып йөрәктәргә,
Ғүмер буйы дөрләп йөрөй ут.
Шул бер минут кешене бәхетле итә,
Йә бәхетһеҙ итә ғүмергә.
Шул бер минут ерҙе гөл итә ала,
Әйләндерә ала күмергә.
Бер ҡараһаң, кеше ғүмерендә
Нимә генә инде бер минут.
Ә уйлаһаң, ғүмер үҙе - бер ут,
Янды, һүнде – ғүмер – бер минут.
Сығанаҡ һәм фото: «ЕТЕ ҠЫҘ»