Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
19 Декабрь 2025, 20:00

Туғандарың булһын яныңда

Туған өсөн туған ҡайғырмаһа,

Туғандарың булһын яныңда
Туғандарың булһын яныңда

Кем ҡайғыртһын тағын донъяла?!
Бер кеше лә азат түгелдер ул,
Баштарына килер ҡайғынан.

Һағыштарҙы таратырға теләп,
Күңел өҙөлөп көткән сағыңда.
Өҫтәл көйләп, эс сереңде һөйләр,
Туғандарың булһын яныңда.

Ауырығанда хәлең белешергә,
Кергән кешең булһын туғаның.
Шунда ғына йәмен тойорһоң, һин,
Йәшәүҙең тәмен, донъяның...

Ярҙам һорап килеп боролмаһаң,
Туғаныңа әгәр йән менән.
Ниңә кәрәк был донъяла йәшәү,
Кеҫә тулы байлыҡ, мал менән..?

Йәшәүҙәргә өмөт бирә алған,
Дуҫ, туғандар булһын яныңда.
Эй, Хоҙайым яҡын туғандарҙан, 
Айыра  күрмә, һис  булғандан.  


И. ҒӘЛИУЛЛИНА.

Фото: Минең турала.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас