Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
30 Декабрь 2025, 07:35

Яңы йыл килә!

Ҡарҙар яуа ынйы ғына,

Яңы йыл килә!
Яңы йыл килә!

Күкрәк киреп дәртле генә
Яңы йылдың күрке булып,
Йылҡы йылы килә сабып ҡына.
***
Сыңғыратып тауыш бирә аттар,
Ялҡын ялын елгә туҙыратып,
Муллыҡ алып килә йылҡы-заттар,
Берҙәмлеккә әйҙәй ғорур аттар.
***
Өйөрөлөп ҡарҙар яуа ҡупшы ғына,
Яңы йыл килә матур ғына.
Тыныслыҡҡа сумһын Тыуған илем,
Барлыҡ халҡым булһын имен генә.

Хәмит Карамалинский.

Сығанаҡ һәм фото: Минең турала...

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас