Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
31 Декабрь 2025, 23:30

Һаумы, Ат йылы!

Ҡыҙыл утлы аттың йылы,

Һаумы, Ат йылы!
Һаумы, Ат йылы!

Килеп етте саптырып,
Күңелдәрҙә яҡты хыял,
Өмөттәрҙе арттырып.
Ат йылының ҡыҙыл уты
Тоҡанһын йөрәктәргә!
Ирешһен һәр бер кеше лә
Иң изге теләктәргә!
Хыялдарҙы ысын итһен!
Алға табан юл ярһын!
Бөтмәҫ көс һәм илһам менән
Ат кеүек алға барһын!
Һуғыш уттары туҡтаһын!
Илгә тыныслыҡ килһен!
Ат йылында һәр бер өйгә
Бәхет, ҡыуаныс инһен!

Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА.

 VII "Б" синыфы уҡыусыһы Рамаҙан Зарипов һүрәте. Ауырғазы районы, Талбазылағы ауыл лицейы.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас