Әсәйемә
Һәр көн иртән әсәйем
Наҙлап-һөйөп уята.
Уның алһыу йөҙҙәрен
Гөл-сәскәгә оҡшатам.
Оҙаҡ йәшә, әсәкәйем,
Мин яныңда булырмын.
Һине шатландырып ҡына
Йәшәргә тырышырмын.
Гөлнәзирә КҮСКИЛДИНА.
Оҙаҡ йәшә!
Йөрәгеңдең бөтә йылыһын
Һин беҙгә бүләк итәһең.
Ғәзиз балаларым, тиеп
Беҙҙе хәстәрләп йәшәйһең.
Рәхмәт һиңә, әсәкәйем,
Оҙаҡ йәшә, бул сәләмәт!
Улың һәм ҡыҙҙарың менән
Ғүмерҙәрең үтһен рәхәт!
Юлиә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Әсәйҙәр бер генә
Әсәйем наҙҙары күңелде йылыта,
Әсәйем ҡулдары йәм бирә йәшәргә.
Әсәйем һүҙҙәре тормошҡа өйрәтә,
Әсәйҙәр донъяла ғүмергә бер генә.
Азалиә ТАҺИРОВА.
Бәхет
Бәхеттең иң ҙуры –
Әсәйле булыу.
Йәшәгән ғаиләң
Булһа дуҫ, татыу.
Байлыҡтың иң ҙуры –
Әсәйле булыу.
Изгелек күрһәтеп
Аллаһҡа бағыу.
Ғәҙелхан СУРИН.
Иң яғымлы һүҙ
«Әсәй» һүҙе шундай яғымлы ла,
Татлы ла ул беҙҙең донъяла.
Ошо һүҙҙе әйтеп телен аса
Был донъяға килгән һәр бала.
Әсәй булғанға өйөбөҙ йәмле,
Әсәй бешергән икмәк тәмле.
Әсәйем – минең иң яҡын кешем,
Уның янында мин бәхетле!
Нәргизә АРЫҪЛАНОВА.
Берҙән-берем
Әсәйем, берҙән-берем,
Тормошомдоң биҙәге.
Һин бит минең бер генәм,
Ғаиләбеҙ терәге.
Әсәйемдең һүҙҙәренә
Һәр саҡ ҡолаҡ һалабыҙ.
Атай менән беҙгә терәк
Булып һәр саҡ ҡалығыҙ!
Зөлхизә ТОРОПҠОЛОВА.
Күҙ нурым
Бөгөн – әсәйҙәр байрамы,
Ҡояш та шат йылмая.
Өй эсе нурға тулған, тип
Һеңлекәшем ҡыуана.
Әсәкәйем – күҙ нурым,
Мин һине бик яратам.
Байрамың ҡотло булһын,
Һаулығың ныҡлы булһын!
Камила ИЛБӘКОВА.
Ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ
Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр
Һис бер ҡасан әйтмәгеҙ.
Йылы, яғымлы һәм наҙлы
Һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ.
Әсәйҙәр бит тормош йәме,
Яҡты ҡояш шикелле.
Ошо ҡояш балҡып янһын
Йылдың һәр бер миҙгеле!
Әминә ТАҺИРОВА.
Ҡәҙерле кешемә
Ер йөҙөндә иң матуры –
Минең әсәйем.
Наҙлап-һөйөп ярата
Беҙҙе әсәйем.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ
Һәр саҡ теләйбеҙ.
Ныҡлы терәк, яҡты ҡояш –
Ул әсәйебеҙ.
Даяна ИШЕМҒОЛОВА.