+2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
23 Март , 01:15

Асыҡ булһын һәр саҡ юлдары

Йөрәк ярып сыҡҡан балаларҙы,

Асыҡ булһын һәр саҡ юлдары
Асыҡ булһын һәр саҡ юлдары

Һаҡла Раббым бәлә-ҡазанан.
Һаҡла берүк насар кешеләрҙән,
Күҙ тейеүҙән, уттан, һыуҙарҙан.

 

Улар өсөн бирмә һынау итеп,
Көс етмәҫлек ҡаты ауырыуҙар.
Һин уларҙы һаҡла бурандарҙан,
Тейҙермәсе боҙло ямғырҙар.

 

Оҙон булһын инде ғүмерҙәре,
Йөрәктәре иман менән тулы.
Ҡайҙа ғына улар булһалар ҙа,
Йөрөһөндәр һәр саҡ тәүфиҡлы.

 

Йөрәк ярып сыҡҡан балаларҙың,
Киләсәге булһын ҡояшлы.
Ҡабул булһын изге теләктәре,
Асыҡ булһын һәр саҡ юлдары.

 

Фәниә СЫҢҒЫҘОВА (Мөхәмәтшина).

Һүрәттә:  Баймаҡтағы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас