+5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
1 Апрель , 16:55

Атай йорто

Ауыл сите... Йәшел ҡапҡа...

Атай йорто
Атай йорто

Баҡса... Алмағастары...
Атай уйған күгәрсенле
Тәҙерә ҡапҡастары...
Ишек алды... Ташлы урам...
Баҡса... Ҡурай еләге...
Тупһа ташы... Оҙон болдор -
Әсәйемдең теләге.
Иҫке мунса... Ҙур аласыҡ...
Тағы баҡса... Еләктәр...
Иң - иң яҡын, ғәзиз йөҙҙәр...
Йылы ҡосаҡ... Бүләктәр...
Өйгә үтәм... Ап-аҡ мейес...
Ҡаҙан ҡайнай... Тултырма...
Әсәйемдең шат тауышы:
"Түрҙән үт, балам, торма..."
Түрҙә- һике... Яҫтыҡ, түшәк...
Әсәйҙең ял урыны...
Өҫтәл, сәйнүк... Бәхет хисе...
Ә күҙгә йәш тулыны...
Түргә үтәм... Бүлмә... Мейес
Икмәк менән тын ала...
Күңелдән һағыш юғала,
Тик шатлыҡ ҡына ҡала!
Тағы бүлмә... Ике диван...
Йомро өҫтәл уртала...
Өйөм минең! Нисә йылдар
Ошо йәм ҡаршы ала!
Оҙон кистәр... Йылы ҡараш,
Ҡайнар аш, наҙлы һүҙҙәр...
Тыуған йортом, һиндә ҡала
Иң яҡын, ғәзиз йөҙҙәр...
Тағы болдор... Ҡапҡа тышы...
Күстәнәс, бүләктәре...
Әсәйемдең күҙ йәштәре...
Атайҙың теләктәре...
Ауыл сите... Йәшел ҡапҡа...


Сәкинә ТОТМАНОВА.

Фото: З. ХӘКИМОВА.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас