+10 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ғаилә, тыуған яҡ тураһында шиғырҙар

Ауырғазылар ижады менән танышайыҡ.

Туған телем
Туған телем — башҡорт теле,
Башҡортса мин һөйләшәм!
Бәләкәйҙән тыңлап үҫкән
Үҙ телемдә серләшәм!

Атам-әсәм теле булғас,
Минең туған телем дә!
Башҡортмон, тип ғорурланып,
Йәшәйем үҙ еремдә.

Сулпан ҒӘЛИУЛЛИНА.

Моңло тел
Туған телем – башҡорт теле,
Башҡортса аралашам.
Минең телем — моңло тел ул,
Һис ҡасан алмаштырмам.

Таңсулпан ҒӘҘЕЛШИНА.

Атай
Атай мине ярата,
Күстәнәс алып ҡайта.
Атайым минең көслө,
Миңә лә етә көсө.

Атай эшләй йыраҡта,
Ә мин һағынып көтәм.
Көн дә атайым менән
Телефондан һөйләшәм.

Нурзилә ХАЛИҠОВА.

Батыр булырмын
Аҡыллы ла, батыр ҙа,
Көслө минең атайым.
Үҫеп буйға етермен,
Атай кеүек булырмын.

Илгә терәк һәм кәрәк
Егет булып үҫермен.
Атай-әсәй ғорурлығы
Булып ҡына йәшәрмен.

Аяз ШӘМСЕТДИНОВ.

Рәхмәт һиңә!
Атаҡайым — ҡәҙерлем,
Мин уны бик яратам.
Сәскә кеүек булһын, тип
Исемде лә ул ҡушҡан.

Терәк булғанға беҙгә
Атаҡайым, мең рәхмәт!
Ҡурсалайһың,
яратаһың,
Атай булғанда рәхәт!

Азалиә ШАФИЕВА.


Ғәзиз ерем
Тыуған илем —
ғәзиз ерем,
Бик ҡәҙерле һин миңә!
Тәпәй баҫып атлап киткән
Һуҡмағым да бит һиндә.

Тырышып белем алып,
Ил терәге булырмын.
Тыуған илем — бер генәм,
Һинең тоғро улыңмын.

Таһир РӘХИМОВ.

Мин бит һинең ҡолоноң
Тыуған ерем — ғәзиз ерем,
Матур һинең болоноң.

Шул болонда йүгереп үҫкән
Мин бит һинең ҡолоноң.

Сылтыр-сылтыр шишмәләр
Көс бирә арығанда.
Еләҫ елдәр йырҙары
Яңғырай ҡолағымда.


Уң ҡанатым
Ғаиләм минең — уң ҡанатым,
Йылыға төрә һәр саҡ.
Шатлыҡ-бәхет бөркә өйҙә,
Шулай үтә бала саҡ.

Ғаиләм минең —
тыуған нигеҙ,
Саҡырып тора һәр саҡ.
Ҡайҙа ғына булһам да,
Күңел һиңә тартасаҡ.

Айхан
ҒИМАЛДИНОВ.


Кескәй ил
Ғаиләм минең – кескәй ил:
Унда тыныс, унда һил.
Атай, әсәй һәм һеңлем,
Апайҙарым-серҙәшем.

Беҙҙең татыу ғаиләне
Әсе елдәр ҡаҡмаһын.
Тормош һынауҙарынан
Хоҙай үҙе һаҡлаһын!

Асия ӘСФӘНДИӘРОВА.

Иң яҡын кешеләр
Ҙур ғаиләмдә биш кеше:
Атай, әсәй, апай, һеңлем.
Берҙәм, татыу йәшәйбеҙ,
Белеп бер-беребеҙ ҡәҙерен.

Яҡындарым — таяныс,
Һәр саҡ улар эргәлә.
Иң яҡын кешеләрем,
Һәр саҡ булайыҡ бергә.

Илмир ТӘМИНДӘРОВ.

Ғаиләм-ҡәлғәм
Сәләм бирәм көн дә иртән
Уянып күҙем асҡас,
Атай, әсәй, ағайҙарға,
Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡас.

Мин бәхетле был донъяла
Атай-әсәй булғанға,
Көслө ике ағайым
Мине ҡурсып торғанға.

Бәхетле ҡыҙ, һеңле булып,
Наҙланып үҫеп киләм.
Яҡындарым ышанысын
Аҡларға кәрәк — беләм.

Ғаиләм – минең ҡәлғәм,
Һеҙ миңә бик кәрәкле!
Сирләмәгеҙ, яҡындарым,
Тормош булһын бәхетле!

Әҙилә АҘНАБАЕВА,
IV синыф уҡыусылары.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас