+10 °С
Облачно
VKOKTelegram

Әсәйҙәр хаҡында шиғырҙар

Ауырғазыларҙың ижад емештәре.

Матур һүҙҙәр
әйтәмен

Яратам мин әсәйемде,
Матур һүҙҙәр әйтәмен.
Эштән ҡайтһа беҙҙең янға,
Ҡосаҡлайым, үбәмен.

Нурмөхәмәт МИДЕЕВ.

Изгелеккә өйрәтә

Иң ҡәҙерле кешем минең –
Йәндәй яҡын әсәйем.
Мине һөйә, ҙур кеше бул,
Тип еткерә теләген.

Һәр бер эшемде хуплап,
Ҙур ярҙамын күрһәтә.
Кәңәштәрен йәлләмәй,
Изгелеккә өйрәтә.

Ынйы СОЛТАНГИЛДИНА.

Күктәге
ҡояш кеүек

Һинең ҡулдарың йомшаҡ
Ап-аҡ мамыҡтар кеүек.
Һинең күҙҙәрең яна
Күктәге ҡояш кеүек.

Һин беҙгә был донъяла
Һаҡсы фәрештәләй гел.
Һинең янда бер ҡасан да
Бер ни ҡурҡыныс түгел.

Тормошта һинең тоғролоҡ
Бәләләрҙән дә һаҡлар.
Һинең көслө мөхәббәтең
Хәсрәттәрҙән аралар.

Элина АРЫҪЛАНОВА.
Иң ҡәҙерле
кешем

Кем беҙҙе иртән уята
Арҡанан һөйөп кенә?
Кем беҙҙе тәмле ашата
Наҙҙарга күмеп кенә?

Кем мәктәпкә оҙата
Теләктәр теләп кенә?
Кем беҙҙе өйҙә көтә
Хәстәрләп, көйөп кенә?

Заһир ТӘХӘҮЕТДИНОВ.

Үҙе матур

Иң ҡәҙерле кешем минең,
Әлбиттә, ул – әсәйем.
Ярата мине, уға ла
Гел яҡшылыҡ теләйем.

Үҙе матур, үҙе уңған,
Эшсән ул, ҙур йөрәкле.
Миңә донъя бүләк итте,
Тәрбиәләп үҫтерҙе.

Әмилә МЫРҘАҒӘЛИНА.
Баймаҡ ҡалаһы,
4-се лицей.
Донъя нурға
күмелә

Әсәкәйем – иң изге,
Фәрештәгә тиң кешем.
Уның кеүектәр юҡ башҡа,
Ғүмер бүләк итеүсем.
Мине яратып үҫтереү –
Әсәйҙең бар теләге.
Хатта тау-таш аҡтарырға
Әҙер тора йөрәге.

Ҡар-бурандар кәртә түгел,
Ашҡынһа ул эргәмә.
Ҡосағында иркәләһә,
Донъям нурға күмелә.

Таһир РӘХИМОВ,
йәш хәбәрсе.

Яратам

Һөйкөмлө, асыҡ йөҙлө
Әсәйемде яратам.
Уңған да, ярҙамсыл да,
Шуға мин ғорурланам.

Ул да мине ярата,
«Улым!» – тип кенә тора.
Кәңәш һорап уға барһам,
Гел ярҙам ҡулы һуҙа.

Илдар ХӘСӘНОВ.

Ҡулы алтын

Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр:
Әсәйемдең ҡулы алтын.
Бешерә тәмле аштар,
Бәлеш, ҡоймаҡ, туҡмасын.

Беҙ ҙә уға булышабыҙ
Ағайым менән бергә.
Шатландырып торабыҙ
Әсәйебеҙҙе көн дә.

Сулпан ҒӘЛИУЛЛИНА.

Иң матур кеше

Әсәйем-әсәкәйем,
Ул уңған һәм яғымлы.
Иң матур кеше – әсәй,
Яратам бит мин уны.

Асия ӘСФӘНДИӘРОВА, йәш хәбәрсе.

Берҙән-берем

Әсәкәйем, берҙән-берем,
Алтын һинең ҡулдарың.
Һин булғанда өй ҙә йәмле,
Ҡояш кеүек балҡыйһың.

Өс улың – өс тағаның бар,
Яратабыҙ ныҡ һине.
Рәхмәтлебеҙ барыһына,
Тик бәхет көтһөн һине!

Айхан ҒИМАЛДИНОВ.

Ҡотлайым
әсәйемде

Әсәй мине ярата,
Мин дә үҙен яратам!
Әсәй миңә йомош ҡушһа,
Йүгереп ярҙамлашам.

Мин ҡотлайым әсәйемде
Һигеҙенсе Март менән!
Уға матур асылма
Һәм шиғыр бүләк итәм.

Нурзилә ХАЛИҠОВА.

Бәхет теләйем

Иң изге кешем –
Әсәйем генә!
Исеме уның
Оҡшаған гөлгә.

Тырыш һәм уңған
Әсәйем минең.
Байрамда һиңә
Бәхет теләйем.

Нәргизә ВӘЛИТОВА.

Байрамды көтәм

Һигеҙенсе Март байрамы
Килеп етә бит тиҙҙән.
Әсәйемде, апайымды
Һәм һеңлемде ҡотларға
Байрамды түҙмәй көтәм.

Илмир ТӘМИНДӘРОВ.

Оҡшарға
тырышам

Әсәйемә оҡшарға
Мин бит бик тә тырышам.
Уның кеүек ҡоймаҡ ҡоям,
Һауыт-һаба ла йыуам.

Иҙәнде лә һөртөп алам,
Әсәйҙе мин көтмәйем.
Эштән ҡайтып етеүенә
Ҡайнар сәй әҙерләйем.

Уңғаным, тип, үҫкәнем, тип,
Әсәй мине ярата.
Мәңге йәшә, әсәйем!
Гел бул һин беҙҙең янда!

Әҙилә АҘНАБАЕВА,
IV синыф уҡыусылары.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас