+19 °С
Ясна
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
23 Июнь , 03:34

Каникул

Каникулға өләсәйгәҠайтып тулған ейәндәр.

Үҙҙәре менән ноутбук,
Айфон алып килгәндәр.

 

Өләсәй йөрөй йүгереп,
Тынғы белмәй кискәсә.
Ейәндәр йоҡо һимертә
Уянмайса төшкәсә.

 

Өләсәйҙең өҫтәлдәге
Ашы һыуынып бөтә.
Ҡошсоҡтарының торғанын
Тыныс ҡына ул көтә.

 

Арығандар бәпкәйҙәре,
Йоҡлаһындар туйғансы.
Рәхәтләнеп ял итһендәр
Күңелдәре булғансы.

 

... Йөрөгәндәрме көтөүҙә,
Булғандармы сабында?
Таңға тиклем ултырғандар,
Уйын уйнап, айфонда.

 

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Фото: яһалма зиһен.

Каникул
Каникул
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас