+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Илһам/Шиғырҙар
25 Июня , 15:50

Айырылмайыҡ туғандан

Күпһенмәйек туғандарҙы,

Айырылмайыҡ туғанданАйырылмайыҡ туғандан
Айырылмайыҡ туғандан

Тарһынмайыҡ һис ҡасан,
Онотмайыҡ — туған менән
Икебеҙҙә бер үк ҡан!
Туғанды баһаламайыҡ
Килем-байлығы менән,
Иҫәптән һыҙып ҡуймайыҡ
Күңел тарлығы менән.
Атай-әсәйҙәр ҡалдырған
Иң аҫыл мираҫ — Туған!
Туғанымдан йөҙ сөйөрһәм,
Ул саҡта мин кем булам?!
Янда булғанда беләйек
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен,
Иҫән саҡта бирһен, Хоҙай,
Туғанлыҡтың әжерен.
Яттар ярлыҡамаҫ, әммә
Үҙеңдеке үлтермәҫ —
Туған биргән йылылыҡты
Сит-яттар беҙгә бирмәҫ.
Туған туғанға һыйынып
Йәшәйек әле татыу.
"Аһ...",- тип аҙаҡ үкенеүҙән
Үткәндәргә юҡ ҡайтыу.
Айырылмайыҡ туғандан,
Үҙеңдеке — үҙәктә,
Айыра ул тормош үҙе
Хатта теләмәһәк тә!
Туғанлыҡ ептәрен өҙмә —
Ишет Аллаһ әмерен,
Әхирәттә насип итһен
Туғанлыҡтың әжерен.

Гөлзифа ИСРАФИЛОВА. 

Сығанаҡ һәм фото: Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас