

Өмөт менән бағам юлдарға.
Иҫәнлектәр генә теләп ҡалам,
Ситтә йөрөгән ҡыҙ һәм улдарға.
Йөрөгән юлдарында гөлдәр үҫһен,
Ҡояш һипһен яҡты нурҙарын.
Тыуған өйөн һағынып та ҡайтһын,
Ситтә йөрөгән ул һәм ҡыҙҙарың.
Күңелдәре изгелектән торһон,
Хызыр Ильяс булһын юлдашы.
Ситтә йөрөгән ҡыҙҙар-улдарҙың,
Балҡып янһын бәхет ҡояшы.
Барыһы ла яҡшы булыр, тиеп,
Өмөтләнеп бағам таңдарға.
Тыуған йортҡа илтһен юлдары,
Булһалар ҙа әллә ҡайҙарҙа.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.
Сығанаҡ һәм фото: "Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә"