

Һағышымды баҫыр өсөн
Сабам, бары танһыҡҡа.
Бала саҡҡа алып ҡайта,
Урғып сыға хистәрем.
Танауымды ҡытыҡлайҙар
Бесәндең хуш еҫтәре.
Йәйәүләшеп, кем уҙарҙан
Сығып китәбеҙ өйҙән.
Арығандар ҡунаҡлайбыҙ
Атайҙың елкәһенә.
Бесән юлы, һәр саҡ иҫтә
Бар соҡоро ятланған.
Онотолмай тар һуҡмағы
Нисә йылдар атланған.
Бесәнгә төшкән көн байрам:
Ҡыуыш, тағандар ҡалҡа,
Бесәнлеккә сик һалына,
Ағай әүһелдәк ҡата.
Атайҙың салғы сүкеүе
Илаһи бер моң кеүек
Йә ҡушылып йырлап ала
Йә һыҙғыра ҡош кеүек.
Әсәйҙең тәмле сәйҙәре,
Яңы картуф, йомортҡа.
Ҡыяр, кишер, йылы ҡаймаҡ.
Теҙелә төшкө ашҡа.
Атай артынан төшәбеҙ.
Кем уҙарҙан сабырға.
Еләктәр китә тәгәрәп,
Ваҡыт та юҡ ҡабырға.
Теҙелеп китә бакуйҙар,
Әйләндереп йыйыуҙар,
Эйеремдәргә һалыуҙар,
Күбәләүҙәр, кәбәндәр.
Ә кәбәндәр ҡайтмай әле -
Ҡышты көтөп ҡалалар.
Ҡырпаҡ ҡарҙа һөрәткелә
Алып ҡайта ДТ-лар.
Ҡара таңдан төнгә тиклем
Эшләгән бесән тама.
Малҡайҙар имен ҡышлаһын
Тигән теләктә ҡалам.
Луиза ХАММАТОВА.
Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.