

Баҫыу өҫтәре гөр килеп тора,
Комбайнсылар ашлыҡтар ура.
Баҡса туп тулы йәшелсә-емеш,
Алмағастарҙан аңҡый тәмле еҫ .
Өй алдарында үҫкән гөлдәргә,
Тәбиғәт биргән төрлө матур төҫ.
Бер көн ямғырлы, бер көн ҡояшлы,
Бигерәк серле йәйҙең был айы.
Ниндәй булһа ла һауа торошо,
Барлыҡ айҙарҙан август - иң байы!
Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН.
Фото: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.