

Ҡапҡа шаҡып торҙом бик оҙаҡ.
Килде заман — ауыл өйҙәрендә
Хәҙер ҡырылмаһа, ҡырҡ йоҙаҡ.
Үҙәктәрҙе өҙөп, һағындыра
Бала саҡтың кескәй йорттары:
Асыҡ ишек алды. Ел ҡапҡалар.
Етеле шәм янған уттары.
Күрше өйҙәрҙең бар балалары
Өйҙән-өйгә йөрөп уйнаныҡ.
Кемгә генә инеп уйнаһаҡ та,
Берәү һуҡранманы, тыйманы.
Асыҡ ишектәрҙәй асыҡ ине,
Ябай ине ул саҡ күңелдәр.
Байлыҡ та юҡ ине ул өйҙәрҙә —
Сикһеҙ һағындыра шул мәлдәр.
Юҡ инде ул өйҙәр. Урынында —
Оло йорттар. Йыһаз затлынан.
Ишек алды тулы — машиналар,
Кеше көлә хәҙер атлынан.
Күрше һирәк инә күршеһенә,
Мохтажлыҡ юҡ йомош һорарлыҡ.
Тимер ҡойма аша ихатаға
Аяҡ ослап ҡына ҡарарлыҡ.
Өйҙән-өйгә йөрөп уйнамайҙар,
Үҙ өйөндә - яңғыҙ балалар,
Күмәк балалылар һирәк хәҙер,
Был донъялар ҡайҙа баралар!
Кәштә-кәштә кейем, ашау мулдан,
Тормош һис тә түгел аҙаплы,
Тик ниңәлер ҡапҡа ғына түгел,
Күңелдәр ҙә ете йоҙаҡлы...
Флүрә ЙОМАҒУЖИНА.
Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр!
Аллаһ Тәғәлә беҙгә донъя малын ғына түгел, бер-беребеҙгә мөхәббәт, мәрхәмәт һәм рәхимлек күрһәтергә лә бойора. Туғанлыҡ ептәрен өҙмәйек, күршеләребеҙҙең хәлен белешәйек, мохтаждарға ярҙам итәйек, ололарҙы хөрмәт итәйек, балаларҙы мәрхәмәтле һәм ихлас итеп тәрбиәләйек.
Бәлки, бөгөн бер кешенең хәлен һорау, бер күрше менән йылы һүҙ алышыу, бер туғанға шылтыратыу — беҙ уйлағандан да ҙурыраҡ сауапҡа сәбәп булыр.
Йорттарыбыҙҙың ишектәре ныҡ булһа ла, күңелдәребеҙҙең ишеге асыҡ булһын.
Донъя малы күбәйгән һайын, күңелебеҙҙә лә мәрхәмәт күбәйһен.
Аллаһ Тәғәлә күңелдәребеҙҙе ҡатылыҡтан, ғаиләләребеҙҙе һәм туғанлыҡты өҙөлөүҙән һаҡлаһын. Арабыҙға мөхәббәт, ихласлыҡ һәм бәрәкәт бирһен. Әмин.
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.ru/baishmaset