

Балдан татлы бала саҡ.
Ҡояштан нурлы бала саҡ,
Сәскәнән наҙлы бала саҡ.
Аяусы атайың бар,
Һыйлаусы әсәйең бар.
Әсәйең — һандуғастай,
Йөрөшө — ҡарлуғастай.
Май япрағы — ҡулдары,
Ҡағылһа — ҡанат ҡуя,
Яратһа — ярап ҡуя,
Бала саҡҡа ни кәрәк?
Йомшаҡ йылы һүҙ кәрәк,
Һөйөп баҡҡан күҙ кәрәк.
Атайың алтын кеүек,
Йөрәге ялҡын кеүек.
Атаң кеүек абруйлы,
Әсәң кеүек яғымлы,
Сәскәгә мул яҙ кеүек,
Бәпкәгә мул ҡаҙ кеүек,
Етелә етәккә алған,
Аҡылына аң һалған,
Күңеленә ғәм һалған
Ун йыл йәнәш атлаған
Яман эштән һаҡлаған
Уҡытыусың бар һинең,
Уҡытыусың бар һинең.
Ағын һыуҙай гөрләгән,
Умарталай гөжләгән,
Ҡырмыҫҡалай ҡайнашҡан,
Ҡош шикелле һайрашҡан,
Ҡулыңды эшкә күндергән,
Ялҡаулыҡтан дүндергән,
Белем ишеген астырған,
Ғилем иленә баҫтырған
Мәктәбең бар, бала саҡ!
Эй, бала саҡ, бала саҡ,
Ҡайҙаһың һин, бала саҡ?!
Йылмайып сыҡ, көлөп сыҡ,
Ҡаршыға йүгереп сыҡ!
Эй, бала саҡ, бала саҡ!
Кирегә иҫкән ел түгел,
Урап ҡайтҡан юл түгел,
Ҡат-ҡат яуған ҡар түгел.
Эй, бала саҡ, бала саҡ,
Йөрәктәрҙә ҡаласаҡ,
Хәтерҙәрҙә ҡалҡасаҡ,
Мәңге бергә барасаҡ!
Сығанаҡ: "Һандуғас ғүмере" исемле китаптан.
Фото: Зәлиә Сиражетдинова-Моталлапова.