

Сал сәстәре гүйә, берәүҙең.
Күпме ҡайғы-һағыш күргән башы
Кәрәге юҡ, хатта һүҙҙәрҙең.
Нимә күргән, нимә кисергәндер,
Аҡ ҡылғандар — бары серҙәше.
Һалҡын таштар ҡосоп илаймы ул,
Ысыҡ тамсылары — күҙ йәше.
Ҡылған сәсте елдәр һөйөп уҙа,
Уртаҡлаша кеүек һағышын.
Шишмә һыуы тымыҡ ҡына аға,
Тыңлай төҫлө йөрәк ҡағышын.
Сал башыңды берүк, эймә, кешем,
Күкрәгеңде киреп, тороп баҫ.
Һыҙылып атҡан таңды ҡаршыла ла,
Аҡ теләктәр менән көнгә баҡ!