+10 °С
Ясно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
27 Августа , 05:55

Мин һәммәгеҙгә ихлас теләйем

Услап та килһен, тоҡлап та килһен,

Мин һәммәгеҙгә ихлас теләйемМин һәммәгеҙгә ихлас теләйем
Мин һәммәгеҙгә ихлас теләйем

Аяҡ-ҡулдарға уралып килһен.
Уңдан да килһен, һулдан да килһен,
Йөрәккәйҙәргә урғылып килһен.

Иртән дә килһен, кисен дә килһен,
Аң-зиһендәрҙе таҙартып килһен.
Төнөн дә килһен, көнөн дә килһен.
Насар уйҙарҙы ағартып килһен.

Йәйен дә килһен, ҡышын да килһен,
Ғәйбәт һүҙҙәрҙән аҡланып килһен.
Көҙөн дә килһен, яҙын да килһен,
Шаҡшы-нахаҡтан һаҡланып килһен.

Хоҙайымдан гел һорайым шуны:
Яҡындарыма, туғандарыма,
Балаларыма, ейәндәремә,
Күршеләремә һәм дуҫтарыма...

Аҡса тимәгеҙ, байлыҡ тимәгеҙ,
Аҡса–бер көнлөк, байлыҡ–бер айлыҡ.
Мин һәммәгеҙгә ихлас теләйем
Иман ныҡлығы, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ!

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.

Сығанаҡ һәм фото: Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә! 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас