+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
21 Сентября , 06:35

Тыныс булһын донъялар!

Алпан-толпан атлап ҡаршы килә,

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыныс булһын донъялар!Тыныс булһын донъялар!
Тыныс булһын донъялар!

Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая.

Шул минутта унан матурыраҡ

Бер кем дә юҡ кеүек донъяла.
 

Үҙ телендә ниҙер һөйләй-һөйләй,

Күҙен ҡыҫып, серле көлә ул,

Был донъяның бөтә мәшәҡәтен

Оноттороу серен белә ул.
 

Кескәй ҡыҙым ҡулдарымда саҡта

Бәхетемә, гүйә, донъя тар.

Балаларым шат йылмайһын өсөн,

Тыныс булһын, берүк, донъялар!

 
Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: static3.vigbo.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас