

Япраҡ шауы, ҡыштың аңғырты.
Көндөҙҙәрен ҡояш йылмайһа ла,
Иртә - кисен таман һыуытыу.
Көҙ көҙ инде. Баҙыҡлығын юя
Сәскәһенән яҙған ҡыр - ялан.
Буҙ сағына әкрен ҡайта булыр
Йәйғор төҫөн ташлап, донъялар.
Көҙ көҙ инде. Ҡоштар ҡанат кирә -
Өсмөйөшлө хатын яҙмаға.
Йәшен ҡайтты. Болот тамырлана
Күктең йәше булып таммаға.
Тәбиғәттә бары ҡәҙимгесә -
Үҙ мәйеле, рәте барсаның.
Һеркелдәтмәй, шомға һалмай торған,
Их, мәлдәргә ҡалай сарсаным...