Ҡайтып киләм өйөмә.
Көҙгө каникулдар етте!
Күңел шуға һөйөнә.
Ял итеп торһон китаптар,
Уҡыуҙан киттек арып.
Саф һауала кинәнербеҙ,
Дәрт, көс һәм сихәт алып.
Урман-ҡырҙарҙы буйларбыҙ,
Тәбиғәт матур һаман!
Көҙгө уңыштар йыйылды,
Баҡса эштәре тамам.
Көҙ - һағышлы, тиһәләр ҙә,
Һис улай түгел әле!
Яратамын был миҙгелдең
Каникул еткән мәлен!
Ю.ӘХМӘТЙӘНОВА.
Фото: culture.ru