-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Илһам/Шиғырҙар
23 Октября , 04:20

Томанлы иртә

Тирә-яҡты аҡ биләүгә төрөп

Добавить в предпочтительные источники Google
Томанлы иртәТоманлы иртә
Томанлы иртә

Көҙгө иртә бишек тирбәтә,
Шул тынлыҡты боҙоп, ана, ҡоштар
Таңда сут-сут нимә серләшә?

Әллә күсер ҡоштар ҡышлаусынан
Бер аҙ ғына инде көнләшә?!
Ҡалаһығыҙ, беҙ китәбеҙ, тиеп
Моңһоу йыры менән өндәшә.

Тыуған яҡҡа булған ҙур һөйөүҙең
Асылдары ситтә асыла,
Һарыларға һабышһаң да ситтә,
Үҙ яғыңа ҡайтҡас баҫыла.

Иркәләһен әйҙә томан-биләү
Сайҡалдырып шулай бишекте,
Тик япмаһын берүк асы елдәр
Тыуған яҡҡа ҡайтыр ишекте!


ЛЮЦИӘ ФӘЗЛИӘХМӘТОВА.

Фото: fotokto.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас