+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
26 Апрель 2019, 14:07

Иртәгә Ҡөрьән уҡыусылар ярышы башлана

27 – 28 апрелдә баш ҡалабыҙҙа Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙасасаҡ. Уны Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты булышлығында «Хафиза» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәте ойоштора.

Дини бәйге ике этапта үткәрелә. Иртәгә һайлап алыу туры, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лекциялар һәм Ҡөрьәнде, тәжүитте өйрәткән уҡытыусыларҙың сығыштары менән оҫталыҡ дәрестәре буласаҡ. Балалар төрлө викториналарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала, йәрминкә ойошторола. Финал һәм бүләкләү тантанаһы 28 апрелдә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында уҙғарыла.
Читайте нас: