Ҡорбан салыу – исламда мөлкәт менән ҡылынған ғибәҙәттәрҙең береһе. Был Аллаһы Тәғәләгә биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәт белдереү. Ҡорбан шулай уҡ Алланың берҙән-бер булыуын тәүгеләрҙән аңлатыусы, Раббыбыҙҙың яҡын ҡоло Ибраһим ғәләйһис-сәләм иҫтәлегенә лә арнала.
Өфөлә Ҡорбан байрамына арналған саралар үтәсәк. Баш ҡалабыҙҙа ҡорбан салыу өсөн ике махсус майҙансыҡ әҙерләнә: береһе – Зинин ҡасабаһы янында урынлашҡан «Каруан» сауҙа үҙәге эргәһендә, икенсеһе – Орджоникидзе районындағы төньяҡ автовокзал биләмәһендә.
Иртәнге намаҙҙан һуң байрам «Ватан» этнопаркында һәм «Башҡортостан» лайф-стайл үҙәге алдында дауам итәсәк. Унда «Хәләл Fest – 2018» сараһы ойошторола. Тамашасыларҙы төрлө ярыштар, концерт һәм байрам былауы көтә.