-25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
9 Август 2019, 02:39
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Хөрмәтле балалар, ата-әсәләр, гәзит уҡыусылар!11 августа Ҡорбан ғәйетен билдәләйәсәкбеҙ. Ул – мөһим мосолман байрамдарының береһе, хаж тамамланыуын белдерә һәм ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс, байрам ителә.
Һеҙҙе Ҡорбан ғәйете менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Белеүебеҙсә, был көн Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу, Ибраһим пәйғәмбәр менән бәйле оло байрам. Беҙ ҡорбан салыу менән тәҡүәлекте, итәғәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Итен үҙебеҙ ҙә ашайбыҙ, туғандарға, мохтаждарға ла таратабыҙ. Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәре өсөн шулай рәхмәт әйтәбеҙ.
Был байрам көнөн, балалар, аҙыраҡ булһа ла дин менән ҡыҙыҡһынып, иманлы һәм матур мөхиттә үткәреүегеҙҙе теләйем. Ҡорбан ғәйетендә һеҙҙең ауыл мәсетендә, мәктәптәрҙә йәки мәҙәниәт йорттарында саралар уҙғарыла икән, викторина, конкурс, уйындарҙа ҡатнашырға саҡырам.
Алдағы ғүмерҙәрегеҙҙә именлек-һаулыҡ насип булһын, ислам динен, Ҡөрьән китабын өйрәнегеҙ. Тырышып уҡығыҙ, яҡшы тәрбиә, белем алып, халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең, тыуған республикабыҙҙың кәрәкле кешеләре булып үҫегеҙ. Ил-йорттарыбыҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын!
Айнур хәҙрәт БИРҒӘЛИН, Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән