-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
13 Сентябрь 2019, 14:37

Мәсеттәге ял лагерында

Билалда йәшәүсе Шаһибаловтар ғаиләләре менән дин юлында. Рәдиф ағай – ауылдың имам-хатибы. Ул хажға ла барып ҡайтты. Бәләкәс ҡыҙҙары Сулпан йыл һайын йәйге каникулда Сибай ҡалаһындағы «Тәҡүә» мәсетенә бара.

Унда балалар өсөн йәйге лагерь ойошторола. Бында 7 йәштән алып 14 йәшкә тиклемге балалар рәхәтләнеп ял итә.

Шуныһы ҡыҙыҡ: лагерҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым урынлаша икән. Йыл да ял итеүселәр һаны арта икән. Ошоға тиклем егермеләп бала йөрөһә, быйыл улар 40 самаһы булып киткән. Лагерҙы ойоштороусылар балаларға дин тураһында аңлатыу алып бара. Мәсеттә ял итеүселәр һәр дәрес һайын файҙалы доғалар һәм Ҡөрьән аяттарын ятлай. Ғәрәп хәрефтәрен өйрәнә.

Дәрестәргә бик теләп йөрөгәндәр. Уларға белемде уҡытыусы-абыстайҙар биргән. Бынан тыш, төрлө бәйгеләр, викториналар ойошторолған. Ҡөрьән аяттарын яттан һөйләп, хыялдарында ғына йөрөткән мәсетте һүрәткә төшөргәндәр. Ожмахты нисегерәк күҙ алдына килтереүҙәре хаҡында инша һәм шиғырҙар яҙып та көс һынашҡандар. Уҡыуҙан бушаған арала төрлө уйындар уйнарға ла өлгөргәндәр.

Сулпанға Сибайҙағы ял оҡшаған. Бының өсөн «Тәҡүә» мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәткә, лагерь эшендә ярҙам иткән бар ағай, апай­ҙарға рәхмәтен яратҡан гәзитебеҙ «Йәншишмә» аша еткерергә теләй.
Читайте нас: