+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иман барҙа - әхлаҡ бар
13 Декабрь 2019, 13:15

Йома мөбәрәк булһын

Йома – мосолмандар өсөн изге көн.

Тәүге пәйғәмбәр Әҙәм ғәләйһис-сәләм ошо көндө яратылғанға шулай ҡабул ителгән. Бер нисә илдә кешеләр йома намаҙында ҡатнаша алһын өсөн ул ял көнө тип билдәләнгән. Ҡайһы берәүҙәр мосолмандарға эш эшләргә ярамай, тип яңылыша. Йома намаҙынан башҡа ваҡытта ярай.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бер хәҙисендә был көндө ҡылған доғаларҙы Аллаһы Тәғәлә ҡабул итә торған бер сәғәт бар, тиелә. Әммә ҡайһы ваҡытҡа тура килеүе билдәһеҙ. Маҡсаты – мосолмандарҙы көнө буйы матур эштәр башҡарып, теләктәр теләп үткәрергә өндәү. Йомала балаларға бүләктәр биреп ҡыуандырыу, мохтаждарға ярҙам итеү, мәсеткә барыу, туғандар менән күрешеп, уларҙың хәлдәрен белеү, ҡәберҙәргә зыярат ҡылыу дини ғәҙәттәребеҙгә инә.
Йома мөбәрәк булһын!
Читайте нас: