1. Бер «Аятел-Көрси»ҙе уҡыу аят уҡыу менән бер.
2. Ишектән ингәндә «Аятел-Көрси» уҡылһа, ул өйҙән шайтан ҡасып китер.
3. Йоҡлар алдынан уҡыһаң, ике фәрештә таң атҡансы һаҡлар.
4. Әгәр был аятты уҡып, сирле кешене өшкөрһәң, Аллаһы Тәғәлә уның 63 сирен еңеләйтер.
5. Именлек өсөн көн һайын 33 йәки 99 мәртәбә уҡыу зарур.
6. Насар төш күреп ғазапланыусыларға йоҡлар алдынан 3 тапҡыр уҡыу яҡшы.
7. Берәү йома көндө яңғыҙы ғына ҡалып, әлеге доғаны 70 мәртәбә уҡыһа, ул эске рухи яҡтылыҡты һиҙер, был миҙгелдә Аллаһы Тәғәлә доғаларын ҡабул итер.
8. «Аятел-Көрси»ҙе өйөндә уҡып сығыусы йортона ҡайтҡанса Аллаһы Тәғәлә ярлыҡауында йөрөр.
9. Күңел тыныслығы өсөн дә йоҡлар алдынан «Аятел-Көрси»ҙе уҡыу кәңәш ителә.